+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ozon маркетплейсында “Башҡортостан Республикаһында эшләнгән” тауарҙар витринаһы барлыҡҡа килде

Әле унда Башҡортостандан 50-нән ашыу бренд һәм етештереүсенең тауары ҡуйылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ozon маркетплейсында “Башҡортостан Республикаһында эшләнгән” тауарҙар витринаһы барлыҡҡа килде
Ozon маркетплейсында “Башҡортостан Республикаһында эшләнгән” тауарҙар витринаһы барлыҡҡа килде

Әле унда Башҡортостандан 50-нән ашыу бренд һәм етештереүсенең тауары ҡуйылған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– “Башҡортостан Республикаһында эшләнгән” – урындағы эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеү өсөн булдырылған төбәк витриналарының 11-сеһе. Әле унда Башҡортостандан 50-нән ашыу бренд һәм етештереүсенең тауары ҡуйылған. Артабан исемлекте тулыландырыу күҙаллана. Программаға инер өсөн БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына ғариза тапшырырға кәрәк, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Шулай уҡ “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә йүнселдәр “Минең бизнесым” үҙәге хеҙмәттәрен дә ҡуллана ала. Уларға продукцияны сертификациялау, тауар билдәһен теркәү, консультация алыу кеүек хеҙмәттәр инә, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 “Башҡортостан Республикаһында эшләнгән” витринаһында теркәлеү өсөн Seller ID -ға һылтанманы [email protected] адресына ебәрергә кәрәк. Мәғлүмәт өсөн телефон: +7 (347) 218-08-23.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/788442#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: