+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Спорт залы яңырҙы

Балалар каникулда саҡта уҡыу учреждениелары яңы уҡыу йылына әҙерләнә. Собханғол мәктәбе филиалы – Әгертамаҡ ауылы мәктәбенең спорт залында капиталь ремонт эшләнде, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Спорт залы яңырҙы
Спорт залы яңырҙы

Балалар каникулда саҡта уҡыу учреждениелары яңы уҡыу йылына әҙерләнә. Собханғол мәктәбе филиалы – Әгертамаҡ ауылы мәктәбенең спорт залында капиталь ремонт эшләнде, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Йүнәтеү эштәре “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә башҡарыла. Бының өсөн федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан аҡса бүленә.

Спорт залы тулыһынса яңыра. Стеналар матурлана, иҙәндәр алмаштырыла. Мәктәптә тәҙрәләрҙе 2023 йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса алмаштыралар.

“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә 2022 йылда Татар-Олҡанда, Ә 2023 йылда Бишҡурай ауылында спорт залдары ремонтланған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/785972#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: