-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Дәртлеләрҙе дәртләндереп

Салауат ҡалаһы балалар музыка мәктәбе яңы уйын ҡоралдары һәм ҡорамалдары менән тулыланды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп

Салауат ҡалаһы балалар музыка мәктәбе яңы уйын ҡоралдары һәм ҡорамалдары менән тулыланды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Әле “Юпитер” баяны, гитара, альт думбыраһы, тауыш ҡорамалы һ.б. алынған. Йәйге каникул осоронда музыка мәктәбенең концерт залына яңы рояль килеүе көтөлә, тип хәбәр итә Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Уйын ҡоралдары, уҡыу материалдары  һәм ҡорамалдар “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алына. Матди-техник базаны яңыртыу өсөн аҡса федераль, республика һәм урындағы ҡаҙнанан бүленә.

 “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында мәктәпте яңы инструменттар менән тулыландыра алғаныбыҙға бик шатбыҙ. Был балаларҙы дәртләндерер, конкурстарҙа яңы еңеүҙәргә өлгәшер өсөн сәбәп булыр”, – ти мәктәп директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилә Хафизова.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/785702#scroll.

Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: