+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йүнселдәргә мөмкинлектәр асыла

Йәрмәкәй районында керамзит етештереү буйынса завод төҙөлә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Йүнселдәргә мөмкинлектәр асыла
Йүнселдәргә мөмкинлектәр асыла

Йәрмәкәй районында керамзит етештереү буйынса завод төҙөлә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә керамзит етештереү буйынса завод төҙөү инициаторҙары һәм потенциаль инвесторҙар килә, тип хәбәр итә Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

2023 йылда “Йәрмәкәй төҙөлөш материалдары заводы” асыла. Уның етәксеһе Илнур Кашапов атаһы менән бергә башлай был эште. Әле 100 миллион һумлыҡ ҡорамал етештерелгән, һатып алынған.

– Ҙур инвесторҙарҙың керамзит заводы төҙөү менән ҡыҙыҡһыныуы, яңы эш урындары булдырыу, конкуренцияның аҙ булыуы был өлкәлә бизнесты үҫтереүҙең мөмкинлектәре күп булыуы тураһында һөйләй. Ә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү йүнселлек өсөн мөмкинлектәрҙе арттырыуҙа һәм районыбыҙға инвестициялар йәлеп итеүҙә ҙур аҙым булып тора, – ти райондың бизнес-шерифы Эльвира Мирғәсимова.

Һүрәттә – завод төҙөләсәк урын.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/759317#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: