-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өфө туристарға ниҙәр тәҡдим итә?

“Өфө. Белешмә” сайт-сервисын (https://ufa.gorod.guide/ ) эшләүгә федераль ҡаҙнанан туризм индустрияһы субъекттарына субсидиялар формаһында 2,7 миллион һум күләмендә грант бүленгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфө туристарға ниҙәр тәҡдим итә?
Өфө туристарға ниҙәр тәҡдим итә?

“Өфө. Белешмә” сайт-сервисын (https://ufa.gorod.guide/ ) эшләүгә федераль ҡаҙнанан туризм индустрияһы субъекттарына субсидиялар формаһында 2,7 миллион һум күләмендә грант бүленгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Белешмәләр ялды еңел һәм уңайлы итеп ойошторорға, шулай уҡ туристик маршруттар һәм тарихи урындар тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Бындай башланғыстар туризмды үҫтерергә булышлыҡ итә, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сайтта һигеҙ бүлектә 200-ҙән ашыу локация күрһәтелгән. Улар буйынса ҡайҙа тамаҡ туйҙырырға, туҡтарға, ял итергә, ниндәй урындарҙа булырға, нисек сувенирҙар һайларға икәнен белеп була. Онлайн-белешмә сайт-сервис рәүешендә лә, мобиль ҡушымта итеп тә эшләнгән.

Белешмә тулыландырыласаҡ, үҙгәртеләсәк. Саралар, яңы туристик маршруттар тураһындағы тәҡдимдәрҙе, мәғлүмәттәрҙе «Элис Медиа Групп» ойошмаһына ([email protected]) йәки +7 905-000-10-80 телефоны аша еткерергә мөмкин.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/781241#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: