Йәй төрлө сараларға бай булмаҡсы. Фестивалдәр, байрамдар төбәктә ял һәм туризм индустрияһын булдырыуҙың мөһим өлөшө булып тора, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2023 йылда “Өфө халыҡ-ара марафоны”н ойоштороуға 6,1 миллион һум аҡса бүленгән. Марафонда 15 мең кеше ҡатнашҡан, улар Рәсәйҙең 42 субъектынан һәм 26 илдән килгән. Быйыл ҡыҙыҡлы ивент-проекттарҙы бойомға ашырыуға 30 миллион һум аҡса бүленеүе күҙаллана, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
2024 йылдың июнь – август айҙарында республикала 30-ҙан ашыу мәҙәни, гастрономик, спорт сараһы ҡаралған. Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә “Нарыҫтау” милли мәҙәниәттәр, “Ағиҙел тулҡындары” йәштәр ижады, “Салауат ере” төбәк-ара, SkyFest Бөтә Рәсәй парашют спорты, “Еләкле төбәк” төбәк-ара гастрономия фестивалдәре, “Туймазы-фест”, “Ай, Уралым, Уралым!” этнофестивалдәре һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы саралар көтөлә.
Сараларҙың ҡасан, ҡайҙа үтеүе тураһында https://biznestur.bashkortostan.ru/documents/other/563937/ һылтанмаһы аша үтеп, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайтында мәғлүмәт алырға мөмкин.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/778900#scroll.