+24 °С
Дождь
Милли проекттар
13 Июня 2024, 09:56

Ҡарлыман йылғаһы аша күпер йүнәтелә

Ҡырмыҫҡалы районында ремонт эштәре “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ҡарлыман йылғаһы аша күпер йүнәтеләҠарлыман йылғаһы аша күпер йүнәтелә
Ҡарлыман йылғаһы аша күпер йүнәтелә

Ҡырмыҫҡалы районында ремонт эштәре “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

61,5 метр оҙонлоғонда күпер ҡоролмаһында эштәр башланған да инде. Юлда йүнәтеү эштәрен 2025 йылдың аҙағында тамамларға йыйыналар. Әле эштәр графикҡа ярашлы бара. Эштәр өсөн 34 миллион һум аҡса йүнәлтелә.

– Күпер Өфө – Инйәр – Белорет юлында урынлашҡан. Был популяр туристик йүнәлеш. Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы, “Абҙаҡ” тау курортына, Атыш шарлауығына һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларына юл тап ошонан үтә, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/780417#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас