+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Иҫәнғолда – аҡ раузалар аллеяһы

Ейәнсура районында легендар йырсы Юрий Шатуновҡа арнап аҡ рауза сәскәләре ултыртылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Иҫәнғолда – аҡ раузалар аллеяһы
Иҫәнғолда – аҡ раузалар аллеяһы

Ейәнсура районында легендар йырсы Юрий Шатуновҡа арнап аҡ рауза сәскәләре ултыртылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Йырсының исеме Ейәнсура районына бәйле – Юрий Шатунов Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбендә ике йыл белем алған, тип хәбәр итә Ейәнсура районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарылған сараға ике мең кеше йыйылған. Ҡатнашыусылар йырсының портреттары менән биҙәлгән автомобилдәрҙә ауылдың төп урамдарынан үтә.

Тыуған яҡты өйрәнеү музейы янында “Аҡ раузалар фәрештәһе” тип аталған аллея булдырыла. Йырсының синыфташтары, тәүге уҡытыусыһы Валентина Илюхина, йырҙарын яратыусылар 50 рауза сәскәһе ултырта.

Район мәҙәниәт йортонда Юрий Шатунов ижадына арналған концерт та үтә. Мәҙәниәт йорто артистары, Ырымбур өлкәһенән, Баймаҡ районынан ҡунаҡтар сығыш яһай. Улар йырсының репертуарынан легендар хиттарҙы йырлай, уға арналған шиғырҙар уҡый. Һәр сығыш алҡыштарға күмелә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/776877#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: