+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яңы машиналар килде

Салауат районының Малаяҙ үҙәк район хәстәханаһына яңы машиналар ҡайтты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Яңы машиналар килде
Яңы машиналар килде

Салауат районының Малаяҙ үҙәк район хәстәханаһына яңы машиналар ҡайтты.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Лада Гранта” менән “Нива Тревел” автомобилдәре “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһы буйынса ҡайтарылған.

Яңы транспорт саралары уңайлылығы, тиҙ йөрөүе, яғыулыҡты аҙ талап итеүе, техник хеҙмәтләндереүҙең ябайлығы, төрлө юлдарҙа йөрөй алыуы менән айырылып тора. Машиналар район халҡына кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү, дарыуҙар һәм биоматериалдарҙы алып килеү, диспансеризация үткәреү өсөн тотоноласаҡ.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылда Рәсәйҙә 1,2 меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел объекты булдырылған, 51,9 меңдән ашыу медицина ҡорамалы, 3 меңдән ашыу автомобиль транспорты алынған.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/777311#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: