Балаҡатай районында пенсионерҙарҙың бильярд буйынса XVI спартакиадаһы үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Һайлап алыу этабы Ҡарлыхан, Яңыбай, Исҡуш, Урғалы һәм Яңы Балаҡатай ауылдарында үтте, сараның финалы иһә Яңы Балаҡатайҙағы спорт клубында уҙҙы, тип хәбәр итә Балаҡатай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Турнирҙа әүҙем пенсионерҙар ҡатнаша, барыһы ла сәмләнеп уйнай. Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк проекты сиктәрендә ойошторола.
– Бильярд башҡа спорт уйындарынан тыныс уйналыуы менән айырылып тора. Ул интеллектуаль һәләттәрҙе үҫтерә, фекерләүҙе яйға һала, – ти ярышта ҡатнашыусы Павел Никифоров.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/777504#scroll.