Марат Сәғҙәтуллин Урман ауылында йәшәй.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Марат Сәғҙәтуллин Иглин районы Урман ауылында йәшәй. 34 йәшлек эшҡыуар һигеҙ йыл инде туристарға хеҙмәттәр күрһәтә. Быйыл ул “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә дәүләт ярҙамы алыу өсөн район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә һәм социаль килешеү нигеҙендә туристик ҡорамалдар прокаты пункты асыуға 350 мең һум күләмендә субсидия ала.
Йүнсел сап-бордтар, жилеттар, туризм кәрәк-яраҡары ала, HassSkitour брендын булдыра, тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге
“Ошондай әүҙем, ыңғай ҡарашлы йәштәребеҙ уңышҡа ирешә. Марат Сәғҙәтуллин хыялды нисек тормошҡа ашырып була икәнен күрһәтте. Уға уңыштар теләйбеҙ, Иглин районы туризм үҙәге булараҡ сәскә атһын”, – ти район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/763565#scroll.