Башҡортостан робототехниктары ИТ-марафонда ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, программалаусы-робототехниктар өсөн марафонды “Роснефть” компанияһы ойоштора. Робототехниканы үҫтереү программаһы “РФ һанлы иҡтисады” милли проекты буйынса башҡарыла.
Ярышта юғары уҡыу йорто студенттары, ошо өлкәлә эшләгән белгестәр ҡатнаша ала. Бының өсөн команда йыйып, уны https://events.rn.digital/hack/it2024robot сайтында теркәргә кәрәк.
Ярыш өс этаптан тора. Ул быйыл бишенсегә үткәрелә.
Хакатонды дүрт йыл үткәреү ваҡытында Рәсәйҙең 55 вузынан 845 студент ҡатнашҡан. Иң яҡшы тип табылған эштәр компанияның проекттарында ҡулланыу тапҡан.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/770616#scroll.