Языково ауылында подряд ойошмаһы Ҡармасан йылғаһы буйын төҙөкләндереү буйынса эштәр башланы, тип хәбәр итә Благовар районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә башҡарыла.
Был объектты халыҡ һайлаған, 2024 йылда төҙөкләндереү өсөн Бөтә Рәсәй һайлауында тауыш биргән. 2022-2023 йылдарҙа ауылда Пушкин урамы буйлап Ҡәнзәфәр бей исемендәге сквер һәм Ленин урамы буйынса йәйәүлеләр зонаһы төҙөкләндерелгән. Хәҙер был ерҙәр халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән.
Быйыл да халыҡ тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Языковолағы Бондаренко һәм Новоселовская урамдары араһындағы йәйәүлеләр зонаһы иң күп тауыш йыйған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/771596#scroll.