+30 °С
Болотло
Милли проекттар
24 Май 2024, 05:56

Заманса мәктәп

1225 урынлыҡ уҡыу йорто Өфөнөң “Затон-Көнсығыш” районында төҙөлә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Заманса мәктәпЗаманса мәктәп
Заманса мәктәп

1225 урынлыҡ уҡыу йорто Өфөнөң “Затон-Көнсығыш” районында төҙөлә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, мәктәп Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы менән “Просвещение” етенсе концессион компанияһы араһында мәктәпте финанслау, төҙөү һәм эксплуатациялау тураһында килешеү сиктәрендә, шулай уҡ “Мәғариф” милли проекты буйынса төҙөлә.

Яңы мәктәп заманса йыһазландырыла, шулай уҡ унда спорт һәм ижад менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыла.

Объекттың дөйөм майҙаны 18316 квадрат метр тәшкил итә. 88 уҡыу кабинеты, аҙыҡ-түлек блогы, ике спорт залы, ҙур тантана залы ҡаралған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/765270#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас