Ишембай районында велоспорт буйынса бер юлы ике ярыш үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
17-18 йәшлектәр өсөн шоссела велоспорт буйынса республика беренселеге һәм 2012-2013 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Ишембай районы беренселеге “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.
Был сараларҙа Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 110 кеше ҡатнаша, Татарстандан да ҡунаҡтар килә.
– Велоспорт менән һәр кем шөғөлләнә ала. Ишембай йәштәре был спорт төрөн ярата, беҙҙең спортсылар республика һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ла йыш ҡатнаша, призлы урындар яулай. Ныҡышмаллыҡ, үҙ өҫтөңдә эшләү ҙур уңыштарға килтерә, – ти райондың 1-се спорт мәктәбенең велоспорт буйынса тренеры Надежда Мөхәмәҙиева.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/763619#scroll.