Ул “Яңы донъя” тип атала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Иҫке Турай ауылындағы глэмпингты Әлфиә һәм Динар Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе аса. Улар дәүләттән 1,5 миллион һум ярҙам алып, үҙҙәре лә ҡушып, хыялдарын тормошҡа ашыра. А-фрейм стилендәге йорт янында мунсаһы, чаны ла бар, ял итеү урыны тәбиғәттең бик матур ерендә урынлашҡан. Йортҡа 12 кеше урынлаша ала, тип хәбәр итә Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
– Тыуған районы үҫешенә көсөн һәм мөмкинлеген һалған йәштәрҙе күреүе күңелле. Башҡортостанда төрлө дәүләт ярҙамы сараларын ҡулланып, туристар өсөн урындар булдырылыуы ҡыуаныслы. Бындай проекттар сифатлы туризм индустрияһы булдырыуға булышлыҡ итеү менән бергә ғаиләне туплаған, дәртләндергән бизнесҡа әйләнә. Проекттары менән килгән инициативалы кешеләрҙе көтөп ҡалабыҙ, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Глэмпинг “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты буйынса асыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/762166#scroll.