Республика халҡы киләһе йылда төҙөкләндереү өсөн 92 йәмәғәт урынын һайланы.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Уларҙы яңыртыуға федераль бюджеттан аҡса бүленә, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостандан миллионға яҡын кеше төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреүҙә ҡатнашҡан.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһының төп шарты шундай: төҙөкләндереү өсөн бөтә объекттарҙы ла халыҡ үҙе һайларға тейеш.
2019 йылдан алып Башҡортостанда 683 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. Быйыл 123 объектта эштәр алып барыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/763486#scroll.