Саҡмағош районы Рәжәп ауылы китапханаһында “Мауыҡтырғыс умартасылыҡ” тип аталған сара үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә үтә.
Умартасы һөнәре серҙәре менән бүлешә. Умарталарҙың төрө тураһында һөйләй, улар менән эшләү технологиялары менән таныштыра, эш өсөн кәрәк ҡорамалдарҙы күрһәтә. Тәбиғи балды нисек һайларға ла өйрәнә уҡыусылар. Балдың сорттары, уның косметологияла, фармацевтикала ҡулланылыуы хаҡында белеү ҙә ҡыҙыҡ булды балаларға, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Викторинала ҡатнашып, белемдәрен дә тикшерә уҡыусылар.
– Балды барыһы ла уникаль тәме, шифаһы өсөн ярата. Умартасылыҡ – мауыҡтырғыс шөғөл ул. Бөгөн балалар бал, бал ҡорто, умартасылыҡ тураһында бик күпте белде, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды, – ти китапханасы Гөлнур Ғәлимова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/753493#scroll.