Саҡмағош районы китапханаларында Ғаилә йылына арналған саралар үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Тематик кисәләр, китап уҡыған ғаиләләр менән осрашыуҙар, конкурстар, викториналар, акциялар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм башҡа саралар ғаилә менән китап уҡыуҙы пропагандалауға, ғаилә ҡиммәттәрен юғары баһалауға йүнәлтелгән. Китап күргәҙмәләре, электрон презентациялар ҙа ойошторола, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Ғаилә һәр кемдең тормошонда мөһим урынды биләп тора. Ғаиләң – ҡәлғәң ул, ауырлыҡтарҙан һаҡлаусы, һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙыусы, йылылыҡ һәм тыныслыҡ бүләк итеүсе. Сараларыбыҙҙа ҡатнашыусылар ҙа был ҡиммәттәрҙе аңлай”, – ти методист Альбина Дәүләтшина.
Саралар “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/763381#scroll.