+17 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сит илгә лә ебәрә

Иглин районынан йәш эшҡыуар Ильяс Сафиев кәмә етештерә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Сит илгә лә ебәрә
Сит илгә лә ебәрә

Иглин районынан йәш эшҡыуар Ильяс Сафиев кәмә етештерә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге

Ильяс Сафиев тормош иптәше Валерия менән 2018 йылда бизнес асырға була. Сәскә магазины уңышлы эшләп киткәс, тәжрибә туплаған йәштәр эшмәкәрлеген киңәйтеп, кәмә етештерә башлай.

Быйыл Ильяс район хакимиәтенә консультация һорап мөрәжәғәт итә. Мартта ул “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә социаль килешеү буйынса 350 мең һумлыҡ финанс ярҙамы ала.

Субсидия аҡсаһына егет махсус теген машинкаһы һәм башҡа ҡорамалдар ала. Был етештереү күләмен, сифатын арттырырға булышлыҡ итә.

Цехта айына 150 кәмә етештерәләр. Һорау күп, йәштәр етештереүҙе киңәйтергә ниәтләй. Полиэтиленфтористирол кәмәләр Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә һәм Ҡаҙағстанға экспортҡа оҙатыла.

“Районда маҡсатына ирешеүсән, ирекле фекерләгән йәштәр йәшәүенә ҡыуанабыҙ. Улар ҡыйыу рәүештә хыялдарын тормошҡа ашыра, үҙ көсөнә ышана”, – ти Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/762338#scroll.

Сит илгә лә ебәрә
Сит илгә лә ебәрә
Сит илгә лә ебәрә
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: