Яңауыл урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре питомникта 25 килограмм ҡарағай, 35 килограмм шыршы орлоғо сәсте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– Бер нисә көндән Тәтешле питомнигында ла 0,25 гектар ерҙә шыршы орлоғо сәсергә йыйынабыҙ. Киләсәктә тағы ла күберәк ултыртырға, ассортиментты арттырырға уйлайбыҙ, – ти Яңауыл урман хужалығы директоры Рөстәм Бурунин.
Урманды тергеҙеү саралары “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла.
БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл урман тергеҙеү эштәрен 15,2 мең гектар майҙанда алып барыу күҙаллана.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/762080#scroll.