Йүнәтеү эштәре Флот тыҡрығынан алып Дим йылғаһы аша күпергә тиклем юл өлөшөндә алып барыла. Уның оҙонлоғо ике саҡрым тәшкил итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Дим шоссеһы аша көнөнә меңләгән автомобиль үтә, шуға ла асфальт япмаһының сифатлы булыуы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн бик мөһим. Эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Тәүҙә иҫке япманы алыу, шунан яңы асфальт һалыу, артабан термопластиктан юл билдәләре һыҙыу күҙаллана. Эштәрҙе 12 июнгә тиклем тамамлау планлаштырыла, әммә подряд ойошмаһы уны алданыраҡ тамамлау өсөн бар көсөн һаласаҡ, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
2024 йылда Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 29 саҡрым тәшкил иткән 11 юл участкаһында ремонт үткәреү ҡаралған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/761992#scroll.