+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
17 Май 2024, 07:25

Баҡалы районында яңы ФАП асылды

Ауыл район үҙәгенән 45 саҡрым алыҫлыҡта ята. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Баҡалы районында яңы ФАП асылдыБаҡалы районында яңы ФАП асылды
Баҡалы районында яңы ФАП асылды

Ауыл район үҙәгенән 45 саҡрым алыҫлыҡта ята.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Урманай ауылында асылған модулле ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Был фельдшер-акушер пунктында Урманай ауылы халҡы хеҙмәтләндереләсәк. Ауыл район үҙәгенән 45 саҡрым алыҫлыҡта ята. Барыһы 203 кеше йәшәй, уларҙың күбеһе – пенсионерҙар. Уларҙың һаулығын хәстәрләүсе юғары категориялы фельдшер Рәмзиә Мөхәмәҙиеваның дөйөм стажы – 32 йылдан ашыу. “Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған яңы бинала эшләйәсәгемә бик ҡыуанам”, – тип бүлешә ул.

Яңы ФАП-та уңайлы шарттар булдырылған. Заманса ҡорамалдар, дистанцион технологиялар ҡулланыу мөмкинлеге эштең сифатын яҡшыртыр.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/760675#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас