“Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы” милли проектҡа ҡушыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә Башҡортостан Төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Азамат Дәүләтбаев менән ҙур ҡала предприятиелары вәкилдәре осрашты. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ҡала предприятиеларында һаҡсыл етештереү системаларын индереү мәсьәләләре ҡаралды, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Милли проектҡа тәүгеләрҙән булып “Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы” ҡушыла.
“Һаҡсыл етештереүҙең төп идеяһы бизнес процестары менән аҡыллы идара итеүҙе һәм уларҙы оптималләштереүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта продукттың сифатын һаҡлап ҡалыу мөһим. Оптималләштереү мотлаҡ хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеүгә бәйле түгел, ул эш процесын анализлауҙы, яңынан ҡарауҙы аңлата”, – тип билдәләйҙәр ҡала хакимиәтендә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/760956#scroll.