+30 °С
Облачно
Милли проекттар
16 Мая 2024, 10:23

Рапс майы Ҡытайға йүнәлде

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проекты сиктәрендә Шишмә май һығыу заводы Ҡытайға 2,5 мең тонна рапс майы оҙата. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Рапс майы Ҡытайға йүнәлдеРапс майы Ҡытайға йүнәлде
Рапс майы Ҡытайға йүнәлде

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проекты сиктәрендә Шишмә май һығыу заводы Ҡытайға 2,5 мең тонна рапс майы оҙата.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл Ҡытайға Башҡортостандан барыһы 235 тимер юлы флекситанкында биш меңгә яҡын тонна рапс майы ебәрелгән.

Рапс төрлө өлкәләрҙә ҡулланыла.  Унан аҙыҡ-түлек, фармакология, косметика етештереү өсөн май, биодизель, шрот һәм башҡа әйберҙәр етештерәләр. 2024 йылда Башҡортостанда 39,4 мең гектар ергә рапс сәсеү планлаштырыла.

Башҡортостан бөгөн агросәнәғәт комплексы продукцияһын 44 илгә ебәрә.  

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/760708#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас