Тәтешле районынан йәш эшҡыуар Нияз Зиннәтуллин сәй кибеттәре асҡан.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Йәш йүнсел Нияз Зиннәтуллин “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә дәүләт ярҙамы алды, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Ул 19 йәшендә үк эшҡыуарлыҡҡа тотона. Тәүҙә ағас эшкәртеү, европоддондар эшләү менән шөғөлләнә. Аҙаҡ сәй магазины аса.
Ниәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн Нияз 25 йәшкә тиклем йәш эшҡыуарҙар өсөн грант ала. Был аҡса уға Үрге Тәтешле һәм Иҫке Балтас ауылдарындағы кибеттәренә кәрәк-яраҡ алырға булышлыҡ итә. Йәш йүнсел дүрт яңы эш урыны булдыра.
“Туҡтап ҡалырға уйламайым, артабан да үҫешергә ниәтем. Сәйгә һорау һәр саҡта ла буласаҡ. Республикабыҙҙың башҡа район үҙәктәрендә сауҙа нөктәләре асыу мөмкинлектәрен ҡарайым”, – тип бүлешә эшҡыуар.
“Йәш эшҡыуарҙың дәрте, көсө һәм үҙенә ышанысы етерлек, уның уңыштарға ирешерендә шикләнмәйбеҙ. Уға яңы еңеүҙәр теләйбеҙ! Ә беҙҙең район биләмәһендә үҙ проекттарын тормошҡа ашырырға теләгәндәрҙе “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә көтөп ҡалабыҙ”, – ти райондың бизнес-шерифы Елена Хәкимйәнова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/734102#scroll.