+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тәбиғәткә – һаҡсыл ҡараш

 Таналыҡ һыуһаҡлағысына 1200 килограмм төрлө балыҡ ебәрелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Тәбиғәткә – һаҡсыл ҡараш
Тәбиғәткә – һаҡсыл ҡараш

 Таналыҡ һыуһаҡлағысына 1200 килограмм төрлө балыҡ ебәрелгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Хәйбулла районында “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” акционер йәмғиәте Таналыҡ һыуһаҡлағысына 1200 килограмм төрлө балыҡ ебәргән. “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә үткән экологик акция һыуҙа биологик ресурстар балансын һаҡлауға йүнәлтелгән.

Хәҙер һыуһаҡлағыстағы балыҡтарға 2200 аҡ ажау, 2200 аҡ амур,  3000-гә яҡын сазан балығы селбәрәһе өҫтәлде. Улар үҙен бик яҡшы тоя, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Аҡ амур менән аҡ ажау ылымыҡтарҙы ашап, һыуһаҡлағысты таҙарта. Әле балыҡтар 150 грамм тарта, аҙаҡ улар 30 килограмға етәсәк.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/757450#scroll.

Тәбиғәткә – һаҡсыл ҡараш
Тәбиғәткә – һаҡсыл ҡараш
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: