+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт династиялары” республика конкурсының һайлап алыу туры бара

Конкурс ике этапта өс номинация буйынса үтә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт династиялары” республика конкурсының һайлап алыу туры бара
“Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт династиялары” республика конкурсының һайлап алыу туры бара

Конкурс ике этапта өс номинация буйынса үтә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт династиялары” республика конкурсы өсөнсөгә үтә. Ошо арала унда республиканың 240-тан ашыу хеҙмәт династияһы ҡатнашҡан. Бәйге ғаиләләрҙә хеҙмәт династияларын һаҡлау һәм арттырыуға йүнәлтелгән, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ғаиләләргә ярҙам итеү, ғаилә традицияларын нығытыу “Демография” милли проектына ла һалынған.

Конкурс ике этапта өс номинация буйынса үтә. “Һөҙөмтәле эш өсөн” номинацияһында иң күп наградалары булған династиялар еңә. “Быуындар күсәгилешлеге өсөн” номинацияһында иң күп һанлы династия еңеү яулай. “Иң оло династия” номинацияһында хеҙмәт стажы иң күбен тәшкил иткән династия һайлана.

Тәүге этап 1 июнгә тиклем бара. Икенсе этабы 10 августа үткәрелә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/758175#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: