+30 °С
Болотло
Милли проекттар
8 Май 2024, 04:00

Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығында 2025 йылға “Агротуризм” грантына документтар ҡабул ителә

Эшҡыуарҙар өсөн: ғаризаларҙы Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында 24 майға тиклем тапшырырға мөмкин. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығында 2025 йылға “Агротуризм” грантына документтар ҡабул ителәРәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығында 2025 йылға “Агротуризм” грантына документтар ҡабул ителә
Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығында 2025 йылға “Агротуризм” грантына документтар ҡабул ителә

Эшҡыуарҙар өсөн: ғаризаларҙы Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында 24 майға тиклем тапшырырға мөмкин.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Был ярҙам “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса бойомға ашырыла, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Республикабыҙ “Агротуризм” федераль проектында әүҙем ҡатнаша. Өс йыл эсендә Башҡортостандан туғыҙ проект еңеү яуланы, уларға дөйөм алғанда 58,7 миллион һум аҡса бүленде, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Рәсәйҙә 2022 йылдан алып “Агротуризм” грантына конкурста 53 төбәктән 121 проект еңеп сыҡҡан.

“Агротуризм” грантына конкурс тураһында тулы мәғлүмәтте https://cckrb.ru/programs/programma-agroturizm/  һылтанмаһы буйынса табырға була.

Фото һәм мәғлүмәт – https://contenta.info/press_releases/755534#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас