Ғаризалар 9 майға тиклем ҡабул ителә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Иван Трофимов – 2023 йылда “Агростартап” грантына конкурста еңеүселәрҙең береһе. Ул 2,9 миллион һум дәүләт ярҙамы ала.
Иван Александрович Дыуан күп профилле колледжында белем бирә. Ә умартасылыҡ – уның атай-олатайҙарынан ҡалған шөғөл. Екатеринбург ҡалаһында ауыл хужалығы академияһында белем алғандан һуң Иван умартасылыҡҡа тотонорға булып китә.
– Беҙ – балсылар династияһынан, шуға ла фамилиям байтаҡ кешеләргә таныш, һатып алыусылар беҙҙең бал тураһында хәбәрҙар, – ти эшҡыуар.
Трофимовтың умарталығы Йүрүҙән йылғаһы буйында, йүкә урманында урынлашҡан. Йүнсел башҡорт бал ҡорттарын үрсетә. Грантҡа конкурста ҡатнашыу Иванға умартасылығын киңәйтергә мөмкинлек биргән.
– “Агростартап” программаһында ҡатнашыу 115 умарта комплекты, кәрәкле ҡорамалдар алырға мөмкинлек бирҙе. Дәүләт ярҙамы тураһында урындағы мәғлүмәт үҙәге аша белдем. 2022 йылда уҡ ҡатнаштым, тик балдарҙы етерлек йыя алманым, киләһе йылында инде нығыраҡ әҙерләнеп килдем һәм конкурсты уңышлы үттем, – тип һөйләй эшҡыуар.
БР Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” грантына конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 9 майға тиклем ҡабул ителә. Тулы мәғлүмәтте https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/555178/ һылтанмаһы аша алырға мөмкин.
“Агростартап” гранты “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә бүленә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/756327#scroll.