+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Апрель , 10:00

Ханда ҡунаҡта

Иглин районынан йәш эшҡыуар Айҙархан Маннановтың ниәттәре ҙур. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ханда ҡунаҡта
Ханда ҡунаҡта

Иглин районынан йәш эшҡыуар Айҙархан Маннановтың ниәттәре ҙур.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Айҙархан 2023 йылдың ноябрендә бизнес-шерифҡа килә. “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә консультацион ярҙам алғас, ул районда туристик эшмәкәрлек алып барыу өсөн бизнес-план төҙөй. Уны уңышлы яҡлап, социаль килешеү буйынса адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса 350 мең һум финанс ярҙамы ала. Был аҡсаны ул “ХАНда ҡунаҡта” тип аталған ҡунаҡ йорто өсөн мискә-мунса һатып алыуға тотона, тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Әле ҡунаҡ йорто туристар ҡабул итергә әҙер. Йәш эшҡыуар проектын артабан да үҫтерергә, күрһәтелгән хеҙмәттәр һанын арттырырға, төҙөкләндереү эштәре менән булышырға ниәтләй.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/751363#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: