+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Апрель , 18:05

Урмансылар паркы яңыра

Ул сентябрь аҙағына тиклем реконструкцияға ябыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Урмансылар паркы яңыра
Урмансылар паркы яңыра

Ул сентябрь аҙағына тиклем реконструкцияға ябыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, пикник урыны, кесе һәм ҙур спорт майҙансыҡтары, балалар майҙансығы, йәйәүлеләр өсөн юлдар төҙөкләндерелә.

Пикник урынында сауҙа киоскылары ҡуйыу, ял урыны булдырыу күҙаллана.

Спорт майҙансығында ике футбол, ике волейбол, баскетбол, стритбол майҙандары, йүгереү юлы, күнегеүҙәр эшләү өсөн зона урынлаша.

Балалар майҙансығында ҡорамалдарҙы ағастан эшләү планлаштырыла.

Велосипед юлдары эшләү ҙә күҙаллана. Яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуйыла.

Бәләкәй спорт майҙансығында саф һауала шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар, пинг-понг һәм шахмат өсөн өҫтәлдәр ҡуйыу ҡаралған.

Паркты төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә алып барыла.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/750081#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: