+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Апрель , 09:30

“Агростартап” грантын ал да эшеңде киңәйт

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 9 майға тиклем ҡабул ителә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Агростартап” грантын ал да эшеңде киңәйт
“Агростартап” грантын ал да эшеңде киңәйт

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 9 майға тиклем ҡабул ителә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты ситктәрендә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” программаһы тормошҡа ашырыла. Уға “Агростартап” программаһы ла инә.

Грант алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 9 майға тиклем ҡабул ителә. Дәүләт ярҙамы 149 миллион һум тәшкил итә, был үткән йылдағыға ҡарағанда 1,5 тапҡырға артығыраҡ, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Үткән йылда “Агростартап” грантын 24 кеше ала. Вил Билалов та – ошо бәхетле ҡатнашыусылар иҫәбенән. Ул Борай районының Яңы Бикмәт ауылында эре мөгөҙлө мал үрсетә. Дәүләт ярҙамын фермер таналар алыуға тотонған. Предприятие һөт һатып килем ала.

– Ауылда тыуып үҫкәс, ауыл хужалығын яҡшы беләм. Малдар үрсетеү эше оҡшай, – ти йүнсел.

Программа хаҡында ул урындағы хакимиәт аша белә. Документтар әҙерләүгә дүрт айға яҡын  ваҡыт китә. Эшҡыуар проектын уңышлы яҡлап сыға һәм 2,8 миллион һум дәүләт ярҙамы ала.

Хужалыҡтың 300 гектар ере, 70 баш эре мөгөҙлө малы бар. Фермер киләсәктә мал башын күбәйтергә, һөт һәм ит етештереүҙе арттырырға йыйына.

Грантҡа дәғүә итеүселәргә бизнес-план тәҡдим итергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте һылтанма аша табырға була: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/555178/.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/748561#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: