+7 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Апрель , 15:16

Өфө еңел атлетика эстафетаһына әҙерләнә

Сарала йыл һайын ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфө еңел атлетика эстафетаһына әҙерләнә
Өфө еңел атлетика эстафетаһына әҙерләнә

Сарала йыл һайын ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

7 майҙа Еңеү паркында 75-се еңел атлетика эстафетаһы үтә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арнала һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте менән “Молодежная газета” редакцияһы приздарына үткәрелә. Ярыш “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.

Сарала йыл һайын ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Командалар учреждениелар йәки предприятиелар нигеҙендә йыйыла, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Сара тантаналы рәүештә 11.00 сәғәттә асыла. Почетлы ҡунаҡтар – һуғыш, хеҙмәт һәм спорт ветерандары традиция буйынса Мәңгелек утҡа сәскәләр һала.

12.00 сәғәттә тәүге ҡатнашыусылар стартҡа баҫа. 12.40 сәғәттә спорт ветерандары һәм еңел атлетика һәүәҫкәрҙәре араһында “Донъя йүгереүе” башлана. Унда ярышырға рөхсәт биргән медицина белешмәһе булған һәр кем ҡатнаша ала.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/749916#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: