+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Апрель , 14:58

Егәрле ҡыҙ

Сибайҙа “Дэлис” рестораны асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Егәрле ҡыҙ
Егәрле ҡыҙ

Сибайҙа “Дэлис” рестораны асылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Проект етәксеһе Дилә Хөсәйенова эшен йәмәғәт туҡланыуы нөктәһенән, фуд-бокстар, ролдар һәм аҙыҡ-түлек килтереп биреүҙән башлай. Аҙаҡ иһә ресторан асырға ҡарар итә, тип хәбәр итә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ресторан өсөн бина йүнәлтелә, кәрәкле ҡорамалдар алына, меню әҙерләнә. Бында рус, европа, көнсығыш, милли башҡорт аштары бар. Уларҙы матур итеп биҙәп тәҡдим итеүгә ҙур иғтибар бүленә.

Дилә Хөсәйенова бизнесын алып барыу өсөн социаль селтәрҙәрҙе әүҙем ҡуллана. Ресторанда төрлө саралар ҙа үткәреү күҙаллана, ти ул.

Ресторан “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы асыла.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/747702#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: