+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Апрель , 09:30

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш

Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылы мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары йыл һайын #КрышечкиСпешатНаПомощь пластик ҡапҡастар йыйыу буйынса эко-проектта ҡатнаша. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш
Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш

Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылы мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары йыл һайын #КрышечкиСпешатНаПомощь пластик ҡапҡастар йыйыу буйынса эко-проектта ҡатнаша.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Экология” милли проекты маҡсаттарына ярашлы үткән акцияла ҡатнашыу уҡыусылар өсөн дә, тәбиғәт өсөн бик файҙалы, тип һанай уны ойоштороусы, директорҙың тәрбиә эше буйынса кәңәшсеһе Лариса Ғайсина. “Уҡыусылар тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарашта булырға, сүп-сарҙы айырым йыйырға өйрәнә. Балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сара уларҙың тәбиғәт, экология тураһында белемдәрен арттыра”, – ти ул.

Быйыл акцияға Әсән ауылы уҡыусылары ла ҡушылған.

Йыйылған ҡапҡастарҙы Өфөгә алып барып тапшыралар. Акцияны ”Таҙа Өфө” ойошмаһы ойоштора. Ҡапҡастарҙы тапшырыуҙан килгән аҡсаны Республика клиник онкология диспансерының паллиатив бүлеге өсөн заманса ҡорамал алырға йүнәлтәләр, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/745461#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: