+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Апрель , 08:30

Бойҙай һәм арыш оно экспорты күләме 3,5 тапҡырға артҡан

Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә “БР агросәнәғәт комплексы экспорты” төбәк проекты бойомға ашырыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Бойҙай һәм арыш оно экспорты күләме 3,5 тапҡырға артҡан
Бойҙай һәм арыш оно экспорты күләме 3,5 тапҡырға артҡан

Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә “БР агросәнәғәт комплексы экспорты” төбәк проекты бойомға ашырыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың тәүге кварталында республиканың он етештереү предприятиелары экспортҡа 2964 тонна бойҙай һәм арыш оно оҙатҡан. Продукция Әзербайжанға, Әрмәнстанға, Грузияға, Ҡаҙағстанға, Төркмәнстанға, Үзбәкстанға ебәрелгән.

Экспортланған он күләме үткән йылдағыға ҡарағанда 3,5 тапҡырға артығыраҡ, былтыр ғинуар – март айҙарында 836 тонна продукция оҙатылған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/746038#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: