+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Апрель , 10:30

Таҙа эсәр һыу

Туймазы районында милли проект буйынса дүрт урамда һыу үткәрелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Таҙа эсәр һыу
Таҙа эсәр һыу

Туймазы районында милли проект буйынса дүрт урамда һыу үткәрелгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Туймазы районында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проекты буйынса һыу үткәреү дауам итә. Төҙөлөш эштәренән һуң Райман ауылындағы 1700 йортҡа таҙа эсәр һыу киләсәк, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Проект өс блоктан тора. Тәүгеһе – Әгертамаҡ ауылынан Райманғаса 11 саҡрым арала 280 миллиметр диаметрлы пластик  һыу торбалары үткәреү. Был эш тамамланған. Икенсе блок насос станцияһы төҙөүгә ҡағыла. Техник документация әҙерләнгән, ҡорамалдарға заказ бирелгән, улар яҡынса июль айында килеп етә. Өсөнсө блокҡа Райман ауылында 46 саҡрым оҙонлоғонда һыу селтәре һуҙыу ҡарай. Әле ул дүрт урамға үткәрелгән.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/742604#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: