+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Апрель , 18:38

“Эшҡыуар әсәй”проектына ғаризалар ҡабул ителә

Өфөлә 21 – 27 майҙа “Эшҡыуар әсәй”белем биреү программаһы ойошторола. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Эшҡыуар әсәй”проектына ғаризалар ҡабул ителә
“Эшҡыуар әсәй”проектына ғаризалар ҡабул ителә

Өфөлә 21 – 27 майҙа “Эшҡыуар әсәй”белем биреү программаһы ойошторола.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Сара “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үтә. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар мамапредприниматель.рф  сайтында ҡабул ителә, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, үткән йылда “Эшҡыуар әсәй” белем биреү программаһында ҡатнашыу өсөн 154 ғариза килгән.

Сарала ҡатнашыу өсөн декрет ялындағы йәки бәлиғ булмаған балалары булған ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла. Әсәйҙәр тренинг-интенсив үтә, бизнес-план төҙөй. Һуңғы этапта бизнес-проекттар конкурсы ҡаралған. Жюри уларҙың иҡтисади нигеҙле булыуын, үҙенсәлеклелеген, социаль әһәмиәтен билдәләй, ти “Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе Айгөл Хәбибрахманова.

Иң яҡшы идея авторына уны тормошҡа ашырыу өсөн 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/744737#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: