+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Апрель , 11:18

Урмандарҙы һаҡлайыҡ

Урман күҙәтеү техникаһы алыуға 8,6 миллион һум аҡса бүленгән. Автомобилдәр Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Дыуан, Өфө, Бөрө, Белорет бүлектәренә тапшырылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Урмандарҙы һаҡлайыҡ
Урмандарҙы һаҡлайыҡ

Урман күҙәтеү техникаһы алыуға 8,6 миллион һум аҡса бүленгән. Автомобилдәр Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Дыуан, Өфө, Бөрө, Белорет бүлектәренә тапшырылған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Машиналар “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты һәм “Урман хужалығын үҫтереү” федераль программаһы буйынса алына.

Урмандарҙы күҙәтеү сифатын күтәреү маҡсатында алты LADA Niva Legend, ике LADA Niva Travel маркалы автомобиль – барыһы һигеҙ берәмек техника алынды, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Урман күҙәтеү техникаһы алыуға 8,6 миллион һум аҡса бүленгән. Автомобилдәр Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Дыуан, Өфө, Бөрө, Белорет бүлектәренә тапшырылған.

Урман хужалығы техникаһы урманды һаҡларға, әҙерләргә, эшкәртергә булышлыҡ итә. Федераль проект сиктәрендә тракторҙар, ағас ултыртыу машиналары, культиваторҙар һәм башҡа махсус техника алына. 2019 – 2023 йылдарҙа Башҡортостанда 613 миллион һумлыҡ 989 берәмек техника алынған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/742632#scroll.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: