+6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Апрель , 12:47

Уникаль баҫмалар һанлаштырыла

Улар “Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһы” сайтында урынлаштырылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Уникаль баҫмалар һанлаштырыла
Уникаль баҫмалар һанлаштырыла

Улар “Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһы” сайтында урынлаштырылған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проектын бойомға ашырыу эштәрен дауам итә, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

2024 йыл башынан алып 30 китап һанлаштырылған һәм “Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһы” сайтына урынлаштырылған.

Улар араһында уникаль китаптар, ноталар бар. «Шәфрәкәй», «Таштуғай», «Ҡаһым түрә көйө», «Зөлхизә», «Сибай кантон», «Халҡым өсөн», «Байыҡ», «Ҡолой кантон» халыҡ йырҙарын Ғәзиз Әлмөхәмәтов яҙып алған, Василий Виноградов эшкәрткән. Йыйынтыҡтар 1928-1929 йылдарҙа Ҡаҙан ҡалаһында баҫылған.

Шулай уҡ XVIII-XIX быуаттарҙа сыҡҡан бик ҡыҙыҡлы баҫмалар ҙа һанлаштырылған.

Бөгөн китапханала 830 берәмек китап цирфлы форматҡа күсерелгән. Уларҙы “Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһы” сайтында табырға була.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/743001#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: