+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Апрель , 11:01

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә ГТО тапшыра

Туймазы районы ГТО тапшырыу муниципаль үҙәгенә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә йөрөй. Улар норматив тапшырып, билдәләр ала һәм эргә-тирәләгеләренә маҡсатҡа етеүгә һис ни ҡамасаулай алмағанын күрһәтә, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә ГТО тапшыра
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә ГТО тапшыра

Туймазы районы ГТО тапшырыу муниципаль үҙәгенә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә йөрөй. Улар норматив тапшырып, билдәләр ала һәм эргә-тирәләгеләренә маҡсатҡа етеүгә һис ни ҡамасаулай алмағанын күрһәтә, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ошо көндәрҙә үҙәккә Олег Синюков килә. Спорт яратыусы туймазыларға уның исеме яҡшы таныш: ул төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, саңғыла йөрөй, бильярд уйнай, йөҙә. Реабилитация үҙәгендә эшләгән ир-егет һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итә. Олег Синюковтың хыялы тормошҡа аша – ул ГТО нормативтарын уңышлы тапшыра.

“Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр күтәренке рухлы, маҡсатсан булыуҙары менән айырылып тора, бөгөн беҙ быны тағы бер тапҡыр күрҙек. ГТО комплексын бөтә категория граждандар ҙа тапшыра ала, нормативтар енес, йәш һәм физик әүҙемлек төрө буйынса бүленгән”, – ти Туймазы районы ГТО тапшырыу муниципаль үҙәге етәксеһе Светлана Кәлимуллина.

ГТО нормативтары тапшырыу “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/736474#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: