+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Апрель , 11:19

Яңыртыу эштәре дауам итә

Салауат районы Торналы ауылы мәҙәниәт йортонда яңы ҡәнәфиҙәр ҡуйылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Яңыртыу эштәре дауам итә
Яңыртыу эштәре дауам итә

Салауат районы Торналы ауылы мәҙәниәт йортонда яңы ҡәнәфиҙәр ҡуйылған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ойошманың матди базаһын яңыртыу “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ысын эштәр” проекты һәм “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса бара.

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә барған яңыртыу эштәре дауам итә. 152 урынлы тамаша залында ҡәнәфиҙәр ҡуйылғас, яҡты һәм иркен бина күркәмләнеп ҡалды, тип хәбәр итә Салауат районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

“Мәҙәниәт йортобоҙҙо яңыртыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. “Мәҙәниәт” милли проекты ла, “Берҙәм Рәсәй” партияһының проекты ла ауыл мәҙәниәт усаҡтарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, улар бер-береһен тулыландырып килә, ауыл халҡы тормошон сағыуыраҡ, мәғәнәлерәк итергә ынтыла”, – ти мәҙәниәт йорто мөдире Венера Садиҡова.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/734154#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: