+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Апрель , 13:05

Ҡабатланмаҫ биҙәктәр

“Пушкин картаһы” проекты сиктәрендә Николо-Березовка ауылы балалар сәнғәт мәктәбе үҫмерҙәргә һәм йәштәргә ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ҡабатланмаҫ биҙәктәр
Ҡабатланмаҫ биҙәктәр

“Пушкин картаһы” проекты сиктәрендә Николо-Березовка ауылы балалар сәнғәт мәктәбе үҫмерҙәргә һәм йәштәргә ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Краснокама районында “Пушкин картаһы” федераль проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә Краснокама районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Йәштәр бигерәк тә шопперҙарға, футболкаларға һүрәт төшөрөргә ярата. Балалар уҡытыусылар етәкселегендә һүрәттәр һайлай йәки үҙе уйлап таба, уны шопперға йәки футболкаға күсерә һәм акрил буяуҙар менән буяй. Сағыу, матур килеп сыға.

Оҫталыҡ дәресенә әле барыһы “Пушкин картаһы” булған 239 кеше килгән. Студенттарға, мәктәп уҡыусыларына үҙенсәлекле, модалы әйберҙәр бик оҡшай.

Туҡымаға һүрәт төшөрөү – ҡыҙыҡлы шөғөл. Ялҡытҡан футболкаға йәки ябай ғына күлдәккә, сумкаға һүрәт төшөрөп, уны үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ итергә була.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/737685#scroll.

Ҡабатланмаҫ биҙәктәр
Ҡабатланмаҫ биҙәктәр
Ҡабатланмаҫ биҙәктәр
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: