Ишембай ҡалаһы балалар экология-биология үҙәгенең экостанцияһында “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә Балалар ботаника баҡсаһы булдырылған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ул Тимашев ауылы мәктәбе нигеҙендә эшләй, тип хәбәр итә Ишембай районы мәғариф идаралығы.
“Балалар ботаника баҡсалары селтәре балаларҙа экологик фекерләүҙе үҫтерә. Бында улар тәбиғәтте һаҡлауҙың мөһимлеген, кешенең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон, уны һаҡлау өсөн ниндәй саралар күрергә мөмкин икәнлеген өйрәнәсәк. Балалар үҫемлектәр донъяһын танып белергә һәм һаҡларға өйрәнә, шулай уҡ планетаның киләсәге өсөн яуаплылыҡ тоя”, – ти балалар ботаника баҡсаһы етәксеһе Лилиә Зиамбетова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/731609#scroll.