Быйыл уҡырға теләүселәр өсөн егерме программа тәҡдим ителә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡатнашыу өсөн “Рәсәйҙә эш” порталы аша йәки мәшғүллек үҙәгенә профоринтологҡа барып ғариза ҡалдырырға кәрәк, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Эшкә ялланыр өсөн генә түгел, үҙ эшеңде асыр өсөн дә уҡырға мөмкин.
– “Демография” милли проекты буйынса түләүһеҙ уҡыуҙар Башҡортостанда 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Үткән йылда республикала 18390 кеше ғариза тапшырған, уларҙың 6910-ы уңышлы белем алып, квалификацияһын күтәргән йәки яңы һөнәргә эйә булған, – ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/735052#scroll.