Мөмкинлектәр арта.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Өфө ҡалаһының 34-се спорт мәктәбендә яңы уңайлы мәктәп автобусы барлыҡҡа килде. Ул “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә алынды, тип хәбәр итә БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автобус 16 кешегә иҫәпләнгән. Транспорт сараһының хаҡы – 3 900 000 һум.
Хәҙер 34-се мәктәп волейболсылары республика эсендәге генә түгел, ситтә үткәрелгән ярыштарҙа ла ҡатнаша ала.
– Яңы техника беҙгә күберәк мөмкинлектәр аса. Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ, тип ышанам. Башҡортостан Спорт министрлығына ихлас рәхмәтемде еткерәм, – ти спорт мәктәбе директоры Виктор Кузнецов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/731217#scroll.