+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Апрель , 14:10

Кәрәкле ҡорамалдар алыуға

Учалы районының Муса Мортазин исемендәге мемориаль музейы “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы” номинацияһында грант отто. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Кәрәкле ҡорамалдар алыуға
Кәрәкле ҡорамалдар алыуға

Учалы районының Муса Мортазин исемендәге мемориаль музейы “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы” номинацияһында грант отто.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә грант аҡсаһы матди-техник базаны нығытыуға һалына саҡ. Компьютер, колонкалар, проектор, штатив-трипод, ламинатор, ноутбук, принтер кеүек кәрәкле ҡорамалдар алыу күҙаллана, тип хәбәр итә Учалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

Муса Мортозин исемендәге мемориаль музей райондың Көсөк-Маяҡ ауылында урынлашҡан. Ул легендар комбригтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, 1991 йылда асылған. Бөгөн музей фондында меңдән ашыу экспонат иҫәпләнә. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеү буйынса ла әүҙем эштәр алып барыла.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/735849#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: