+30 °С
Болотло
Милли проекттар
9 Апрель 2024, 08:56

Идеялар тормошҡа ашыр

Благовещен районында үткән  “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә яңы бизнес-проекттар тураһында һөйләштеләр. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Идеялар тормошҡа ашырИдеялар тормошҡа ашыр
Идеялар тормошҡа ашыр

Благовещен районында үткән  “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә яңы бизнес-проекттар тураһында һөйләштеләр.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Әлфиә  Холхумахамедова тәмлекәстәр етештерә. Кәнфит, перәниктәр эшләү өсөн бина эҙләү менән мәшғүл. Уға биналар тәҡдим ителә, ярҙам саралары тураһында һөйләйҙәр, шулай уҡ “Үҙ эшеңде башла” программаһы менән таныштыралар.

Ринат Ғизәтуллин Благовещен – Павловка трассаһында ауыл хужалығы хайуандарынан һәм ҡоштарынан зоопарк булдырырға теләй. Уға проектын ентекләп эшләргә тәҡдим ителә.

Әлфиә Алтынбаева – Өфөлә эшләп килгән дауалау-һауыҡтырыу клиникаһы етәксеһе. Ошондай уҡ клиниканы Благовещен ҡалаһында ла асырға теләк белдерә.

Автомәктәп етәксеһе Ирина Вершинина шулай уҡ ҡалала филиал асырға ниәтләй. Бының өсөн автодром ойоштороуға майҙан кәрәк.

Бөтә проекттар ҙа күҙәтеүгә алынды, эшҡыуарҙарға мәғлүмәти-консультация ярҙамы күрһәтелә, тип хәбәр итә  Благовещен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһе “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторола.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/725918#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас