+30 °С
Облачно
Милли проекттар
9 Апреля 2024, 08:20

Бар шарттар ҙа бар

Мәсетле районында иҫке мәктәп йүнәтелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Бар шарттар ҙа барБар шарттар ҙа бар
Бар шарттар ҙа бар

Мәсетле районында иҫке мәктәп йүнәтелгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ҡорғат ауылы мәктәбенә “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә капиталь ремонт үткәрелде, тип хәбәр итә Мәсетле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Мәктәп 1929 йылда асыла, ағас бинала урынлаша. 1984 йылда ике ҡатлы кирбес бина төҙөлә, өс йылдан ул урта мәктәп статусын ала. Әле ул дөйөм белем биреү мәктәбе булараҡ эшләй.

Мәктәптә әле Ҡорғат, Юлай, Тимербай ауылдарынан 28 бала уҡый.

Капиталь ремонт барышында иҙәндәре алмаштырыла, яңы ишектәр ҡуйыла, диуарҙары, түшәмдәре яҡты, йылы төҫтәргә буяла. Аҙыҡ-түлек блогына һыуытҡыс, мейес һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар ҡуйыла. Йылытыу һәм электр селтәрҙәре алмаштырыла. Шулай уҡ ҡыйығы ла яңынан түшәлә. Спорт залында душ бүлмәләре лә ҡуйыла.

Мәктәп яны биләмәһе лә төҙөкләндерелә. Яңы ҡоймалар, ҡапҡалар ҡуйыла, асфальт йәйелә. Видеокүҙәтеү камералары өҫтәлә, һаҡлыҡ сигнализацияһы, турникеттар ҡуйыла.

– Хәҙер беҙҙең мәктәптә белем алыу өсөн бар шарттар бар. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһы ла нығытылды: алты яңы интерактив таҡта, ете принтер алынды. Парталар, ултырғыстар һәм башҡа йыһаздар ҙа алмаштырылды. Дәреслектәр ҙә яңыртылды. Психологик ял итеү кабинеты эшләй башланы. Балалар мәктәптә уҡыуҙан тыш та ҡыҙыҡлы шөғөлдәр таба, шахмат, шашка уйнай, видеояҙмалар төшөрә, аралаша, – ти мәктәп директоры Рөстәм Фәтихов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/730861#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас